Онлайн-конференцияла ғалимдар, Баҡалы районының тарихсылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәре, журналистар ҡатнашты.
Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтындағы Социомәҙәниәт анализы үҙәге начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов әйтеүенсә, Баҡалы районы биләмәһендә борон-борондан юрмый, ҡырғыҙ, бүләр, ирәкте ырыуҙары вәкилдәре йәшәгән. Башҡорт ырыуҙарының тарихы хаҡындағы брошюра, ҡулланмалар менән Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин таныштырҙы.
Билдәле тарихсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Хәмиҙуллин билдәләүенсә, тарихыбыҙ тағы ла өйрәнелергә тейеш, ырыуҙар хаҡында мәғлүмәттәр аныҡ факттарға нигеҙләнергә тейеш.
Бөгөн халыҡҡа еткерелгән дәлилдәр һис тә генә лә яңылыҡ түгел, ә ата-бабалар тормошо, беҙҙең ысынбарлығыбыҙ. Баҡалылар уны бик йылы ҡабул итә, ғаилә шәжәрәләрен төҙөй, үткәндәр менән ҡыҙыҡһына, тимәк быуындар бәйләнеше дауам итә.