Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2020, 11:24

Аделина табылды!

Ике аҙна элек юғалған Аделина Абзанованы эҙләү эштәре туҡтатылды.

Аделина Өфөлә 26 октябрҙә юғалғайны.
Уның өсөн туғандары бик борсолдо, 9 ноябрҙә "Лиза Алерт. Башҡортостан" ирекмәндәре, хоҡуҡ һаҡсылары ҡыҙҙы эҙләргә тотондо.
Кисә ирекмәндәр ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе. Ҡыҙ иҫән-һау табылған. Уның ҡайҙа булыуы хаҡында хәбәр ителмәй.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас