Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2020, 11:57

Ковид-госпиталь төҙөлөшөндә эш ҡайнай

Стәрлетамаҡта клиника-диагностика инфекция үҙәге төҙөлөшөнә әлеге ваҡытта 400-ҙән ашыу кеше һәм 60-тан ашыу техника йәлеп ителгән.

Бында тәүлек әйләнәһенә эш дауам итә. Бөгөн төндә, мәҫәлән, 106 эшсе менән 14 техника эшләне. Төҙөлөш буйынса компания директоры урынбаҫары Олег Бабенко әйтеүенсә, бетон эштәре 100 процентҡа тамамланған, ағастар ултыртыу һәм тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре лә аҙағына яҡынлаша.
«Сейчас мы монтируем металлоконструкции и сэндвич–панели на больничных корпусах, параллельно идут работы по наружным сетям и коммуникациям, системам вентиляции, идет строительство объездной дороги, установка дорожных бордюров, кровельные работы. Стройка, как видите, не останавливается ни на минуту, объект мы должны, как и обещали, сдать к 1 декабря. Здесь мы уже работаем более осознанно, накоплен хороший опыт при строительстве инфекционного госпиталя под Уфой. Но этот проект более технологически оснащен, в него заложено детское, родильное и хирургические отделения», — отметил Олег Бабенков.
Алда хәбәр итеүебеҙсә, яңы корпус тәүлек әйләнәһенә эшләүсе – 60 бокстан һәм 14 реанимация бүлегенән (шуларҙың өсәүһе — балалар, 9-ы – ололар, берәүһе— операция үткәргән пациенттар өсөн) тора.
Стәрлетамаҡтағы инфекция үҙәгендә хирургия бүлеге эшләйәсәк, унда табиптар ковид һәм башҡа инфекция менән ауырыусы пациенттарға операция үткәрәсәк. Үҙәктә шулай уҡ акушер-гинекология блогы, КТ, эндоскопия, УЗИ-диагностика, рентген-кабинеты булған ҡабул итеү-диагностика бүлеге, лаборатория, дарыухана ҡаралған. Табиптар иһә бөтә шарттары булған 40 урынлыҡ дөйөм ятаҡта йәшәйәсәк.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы инфекция үҙәге төҙөлөшө менән танышып, Стәрлетамаҡ иң яңы медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған беренсе класлы заманса күп профилле дауаханаға эйә буласаҡ, тигәйне.
Төҙөүселәр әйтеүенсә, биналарҙың хеҙмәт итеү ваҡыты – 50 йыл.
Ковид-госпиталде төҙөү өсөн республика бюджетынан 2,195 млрд һум аҡса бүленгән, шуның 1,4 млрд һумы – төҙөлөш-монтаж эштәре өсөн, 795,6 млн һумы – медицина һәм башҡа ҡорамалдар, йыһаздар һәм хужалыҡ инвентарҙары, автотранспорт һатып алыу өсөн.
Фото:Башинформ.
Читайте нас