Ҡушымта ҡулланыуҙа бик уңайлы, документтар әҙерләү, тәржемә, рәсми һөйләү стилен үҙләштереүҙә ярҙам итә. Башлыса чиновниктар өсөн тәғәйенләнгән. Туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проект Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.