Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2020, 17:45

"Үҫеш нөктәһе"

Уҡыусылар беренсе ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләренә өйрәнә.

"Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проекты ярҙамында Дүртөйлө районының Семилетка ауылында "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылды.
Мәктәптә "Беренсе ярҙам күрһәтеү" тип аталған онлайн сара үткән, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған.
Дәрес ваҡытында уҡыусылар тәүге ярҙам күрһәтеү алгоритмдарын төҙөгән, эвакуация йәки янғын сыҡҡан осраҡта, уҡыусыларҙың һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренең үҙ-үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләрен тикшергәндәр, шулай уҡ тренажерҙар ярҙамында тәжрибә туплағандар.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас