Бөгөн республикабыҙҙың хозур тәбиғәте, йолаларыбыҙ, йыр-бейеүҙәребеҙ "Пятница" федераль каналында күрһәтеләсәк.
Сентябрь башында "Орел и решка" тапшырыуын ойоштороусылар Башҡортостанға килеп ҡайтҡайны. Алып барыусылар Тимур Родригез һәм Регина Тодоренко солоҡ балын тәмләп, мәмерйәләрҙе күреп, хайран ҡалған. Мәләүез районы Восточный ауылының "Мираҫ" фольклор коллективы ҡот ҡойоу йолаһы менән таныштырған.
Киске 21:00 сәғәттә телевизорығыҙҙы тоҡандырығыҙ.