Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2020, 08:54

Ауырыусылар һаны 105 кешегә артҡан

Республикала яңы коронавирус менән зарарланыусылар һаны көн дә 100 кешегә артып тора.

Һуңғы тәүлектә тағы ла 105 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған.
Инфекцияға ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып республикала яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар һаны 11758 кешегә етте. Һауығыусылар һаны иһә 10932 кеше тәшкил итә, шуның 92-һе – һуңғы тәүлектә.
Әлеге ваҡытта 764 кеше ауырыуҙан дауаланыуҙы дауам итә: 289 пациент дауаханала ята, 475 кеше амбулатор рәүештә дауалана.
Тажзәхмәт тағы бер кешенең ғүмерен өҙҙө. Шулай итеп, әлеге көнгө 62 кешенең үлеменең сәбәбе ковид булыуы рәсми рәүештә раҫланған.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас