Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында Япония ҡунаҡтарына презентация үткәргәндәр. Продукция араһында сода, бал, утҡа бирешмәй торған торбалар һәм шоколад менән ашарға яраҡлы ҡалаҡтар ҙа булған.
Япондарҙың сауҙа вәкилдәре айырыуса ана шул ҡалаҡтар менән ҡыҙыҡһынған икән. Татлыһы ла бар, тоҙлоһо ла. Иң мөһиме - экологияға зарар бирмәй.
Беҙҙекеләр әйтеүенсә, пилот партияһын ебәрергә әҙербеҙ.