4 ноябрҙә 1953 йылғы Виталий Данилов Мәләүез районының Ергән ауылынан Ағиҙелгә балыҡҡа киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Яҡындары шул көндө үк "Лиза Алерт" эҙләү-ҡотҡарыу отрядына мөрәжәғәт иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙләү эштәре бик аяныслы тамамланған.
Виталий Данилов үле килеш табылған. Был хаҡта "Лиза Алерт" эҙләү-ҡотҡарыу отрядының төбәк бүлексәһе етәксеһе Олеся Пышкина хәбәр итә.
"Һуңғы аҙнала ғына өс балыҡсы һәләк булды. Шуға күрә һыуыҡта, ҡараңғыла яңғыҙ йөрөмәүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ. Яҡындарығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ", - тип иҫкәртә Олеся Пышкина.