Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2020, 14:28

Ололар колл-үҙәккә шылтыратып аҙыҡ-түлек алдырығыҙ!

Башҡортостанда "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитетындағы шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге +65 категориялы граждандарҙа һәм хроник сирлеләрҙән аҙыҡ-түлек алдырыу буйынса ғаризалар ҡабул итә башланы. Ирекмәндәр заказдарҙы ташый башлаясаҡ.

"Ауырыусылар һаны артыу сәбәпле, беҙ 65 йәштән ололарҙы һәм хроник сирлеләрҙе үҙҡурсалауға ебәрергә мәжбүрбеҙ. Уларҙың һаны республикала миллиондан аша, яртыһынан күбеһе Өфөлә йәшәй. Беҙҙең бурыс - мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу", - тип белдерҙе партияның төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров.

Был сауаплы эшкә тәүҙә машиналы 70 ирекмән: төрлө кимәлдәге депутат, уларҙың ярҙамсылары, "Беҙҙең хәстәр" волонтерҙары йәлеп ителәсәк. Улар дөйөм чатта аралашасаҡ. Мохтаждар үҙәҙренең ғаризаларын 8-800-201-89-03 телефоны буйынса еткерә ала. Аҙна аҙағында волонтерҙар дауалаусы табип яҙған дарыуҙарҙы ла ташый аласаҡ.
Фото: пресс-служба регионального отделения "Единой России"
Читайте нас