Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2020, 12:13

Бурҙы тотҡандар

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре августан октябрь айына тиклем бер нисә шәхси йортто "таҙартҡан" 27 йәшлек бурҙы тотҡан. Урланғандың дөйөм хаҡы - 780 мең һумдан ашыуыраҡ.

Был бур йорттарға тәҙрә аша инеп йөрөгән. Ювелир биҙәүестәрҙе, аҡса, иҫтәлекле һәм юбилей миҙалдарын, коллекция тәңкәләрен, ҡул сәғәттәрен, кеҫә телефондарын, электр ҡорамалдарын, хатта сәс ала торған машинканы ла урлаған.
Әлегә уның 19 осраҡҡа ҡағылышы булыуы асыҡланған. Өйөн тентегәндә электр ҡорамалдары, кеҫә телефондары, миҙалдар табылған.
Ювелир биҙәүестәрҙе ул осраҡлы кешеләргә һатҡан, электр ҡорамалдарын ҡорамалдар прокаты пунктына тапшырған.
Ул һаҡ аҫтына алынған, тикшереү дауам итә, тип РФ ЭЭМ Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас