Ике балыҡсы ла уҙған аҙнала батып үлгән. Бер ирҙең кәүҙәһе Октябрьский районы биләмәһендә Ыҡ йылғаһында, икенсеһе Дүртөйлө районындағы Грязное күлендә табылған. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итә. Шулай уҡ кисә 6 октябрҙә юғалған балыҡсының мәйете табылған. Дүртөйлө районының Йосоп ауылына Нефтекама ҡалаһынан аталы-уллы ике балыҡсы Ағиҙелгә балыҡ тоторға килгән булған. Атай кеше яңғыҙы ғына резина кәмәлә балыҡ ҡармаҡларға уйлаған. Тик ул яр буйына кире әйләнеп ҡайтмаған. Ошо хәлдән һуң улы ҡотҡарыусыларға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре ирҙе кәмәнән аҫтараҡ урында тапҡан.
Әлеге ваҡытта тағы ла 1954 һәм 1955 йылғы ике балыҡсыны эҙләү эштәре дауам итә. Уларҙың береһе Мәләүез районының Ергән ауылы янында Ағиҙелгә, икенсеһе Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына балыҡҡа китеп юғалған.