Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, Өфө ҡалаһында 44 һәм 69 йәшлек ҡатындарҙы үлтергән ирҙе ҡулға алғандар. Ҡатындарҙың мәйеттәре Ҡуласа урамындағы квартираларында бихисап сәнселгән яралар менән табылған. Уларҙы оҙаҡ ваҡыт бәйләнешкә сыҡмауҙарына борсолған туғандары эҙләп тапҡан.
Был факт буйынса идаралыҡта енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡатындарҙың береһен 44 йәшлек ирҙең үлтереүен асыҡлай алған. Ир үҙ ғәйебенән баш тартмаған.
Тәфтишселәрҙең фекере буйынса, 26 октябрҙә ир менән ҡатын араһында ғауға ҡупҡан. Янъял барышында ир ҡатынын бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнскән. Ҡәйнәһе йортҡа әйләнеп ҡайтҡас, ул уны ла бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскеләгән. Бынан һуң квартираны ҡалдырып сыҡҡан да ике аҙна буйы Өфө урамдары буйлап йөрөгән. Уны берәҙәктәргә социаль ярҙам үҙәгендә ҡулға алғандар.
Фото: БР-ҙың Тәфтиш комитеты