Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2020, 15:26

Күгәрсендә юлда кеше тапап үлтергән водителде таптылар

Ул егерме йәшлек егет булып сыҡты.

Республиканың дәүләт автоинспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, Күгәрсен районында юлда кеше тапап үлтергән водитель тотолған. 20 йәшлек егет фажиғә урынын ташлап китеүен ҡурҡыу менән аңлатҡан. Әлеге ваҡытта был ваҡиғаны хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙрәе тикшерә.
Үлемесле авария 6 ноябрҙә Подгорный ауылының Тыныслыҡ урамында булғайны. Ауыл халҡы юл буйында билдәһеҙ ирҙең мәйетен тапҡан. Ул юл буйында ятҡан.
Фото: БР буйынса ЮХДДИ
Читайте нас