Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2020, 02:04

Һаҡсыллыҡ тураһында

Бер ауылға ҡарт аҡһаҡал күсенеп килгән. Ул балаларҙы бик яратҡан һәм уйынсыҡтар бүләк иткән. Тик биргән әйберҙәре бик нескә, тиҙ ватылыусан, ҡырылыусан икән. Балалар ни тиклем генә һаҡ уйнаһа ла, был уйынсыҡ оҙаҡҡа етмәй, ти.

Торған һайын бүләктәре йышыраҡ боҙола, ә балалар нығыраҡ илай башлағас, ата-әсәләр ҡартҡа килгән.
– Һин, аҡһаҡал, балаларға тик яҡшылыҡ ҡына теләйһең, быны беләбеҙ. Әммә ниңә ундай тиҙ ватылыусан бүләктәр бирәһең? Балаларҙы илатып... – тип ризаһыҙлыҡ белдергәндәр.
– Ваҡыт үтер, – тип йылмайған аҡһаҡал. – Кемдер уларға йөрәген бүләк итер. Ул да бик нескә бит. Бәлки, минең бүләктәрем йәш быуынды йөрәк тиклем йөрәк кеүек үтә ҡиммәтле бүләккә ҡарата һаҡсыл булырға өйрәтер...
Фото: Айсын АҠБУЛАТОВА.
Читайте нас