Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2020, 16:46

Штрафтар һалынған

Белорет ҡалаһы һәм районында ковидҡа ҡаршы сараларҙың үтәлешен тикшергән рейдтар көн һайын ойошторола.


Һуңғы рейдтарҙа ҡайһы бер һатыусы һәм һатып алыусыларҙың битлек режимын күҙәтмәүҙәре, биналарҙы дезинфекциялау һәм елләтеү тураһында журналдарҙа яҙыуҙарҙың булмауы, дезинфекция средстволарының 5 көнлөк запасы юҡлығы кеүек етешһеҙлектәр асыҡланған.
Бөгөнгә сауҙа объекттары буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 43 протокол төҙөлгән, судтарҙа өс эшҡыуарға 30-ар мең һумлыҡ штраф һалынған, кемдәргәлер берәр мең һумлыҡ штраф сәпәгәндәр, кемдер иҫкәртеү генә алып ҡотолған.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас