Спектакль йәштәр өсөн актуаль булған проблемаларҙы күтәрә. Асия үпкә трансплантацияһын көтә. Бер көн Азат менән таныша һәм шунда уҡ ғашиҡ була. Йәштәр билдәһеҙлектә тороп ҡала, үҙҙәренең дуҫлығы ҡайҙа барып сығарырын белмәй. Спектаклде ҡуйыусы-режиссер – Айҙар Зарипов.
Заманса драманы тамашасылар бик йылы ҡабул иткән. “Яңы премьера уттан алып һыуға һалды, һыуҙан алып утҡа тыҡты, күңелдәрҙең аҫтын-өҫкә килтерҙе, йөрәктән йөрәккә етте”, - ти театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Гөлдәр Сөбханғолова: