Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноября 2020, 10:55

Хәйбулла районының Степной ауылында ФАП асылды

Фельдшер-акушер пункты «Ауыл хужалығы биләмәләренең тотороҡло үҫеше» маҡсатлы программаһы ярҙамында төҙөлә.

Бында тиҙ ярҙам күрһәтеү, пациенттарҙы ҡабул итеү, дарыуҙарҙы һаҡлау өсөн айырым бүлмәләр бар. Яңы фельдшер-акушер пункты ете йөҙҙән ашыу халыҡты хеҙмәтләндерәсәк. Сафҡа ингән яңы бинала шулай уҡ белгестәр өсөн йөҙ квадрат метрлы фатир ҙа төҙөлгән. Фото: Т. Аманов
Читайте нас