Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноября 2020, 14:01

Өфөлә табип коронавирустан донъя ҡуйған

Табип-уролог өй шарттарында дауаланған.

Өфө ҡалаһының һигеҙенск һанлы инфекция госпиталендә тажлы зәхмәттән табип-уролог Олег Батищев донъя ҡуйған. Был хаҡта “Өфө-1” сайты журналистары уның коллегаһы Ольга Неткинаға һылтанма менән хәбәр итә.
- Ул коронавирустан һәләк булды. Һуңғы көндәргә тиклем дауаханаға ятыуҙан баш тартты. Ҙур хәрефтән Кеше ине, ғүмерен йыр кеүек йәшәне. Һәр ваҡыт хәтеребеҙҙә буласаҡ, ауыр тупрағы еңел булһын, - тип һөйләй Ольга.
Олег Батищев уролог булып ҡырҡ йылдан ашыу һигеҙенсе һанлы дауаханала эшләгән, һуңғы ваҡытта “Меги” клиникаһында пациенттар ҡабул иткән.
Фото: pixabay.com
Читайте нас