Дүрт ҡатлы йорт "Рәсәй ғаиләһенә торлаҡ" программаһы буйынса төҙөлгән. Уны 2016 йылда тапшырырға тейештәр ине, тик «Стройвертикаль» ЯСЙ-һы банкротланған. Һөҙөмтәлә предприятиены тышҡы идараға күсергәндәр. Ул мәлгә 17 күп ҡатлы йорт төҙөлөп бөтмәйенсә ҡалған булған.
Был проблеманы хәл итеү өсөн ЯСЙ активтары — инженер селтәрҙәре, ер биләмәләре һатылған. Ҡаралай йөҙлөкләнгән фатирҙар әҙер.
Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров белдереүенсә, бөгөнгө сара төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә күптән көтөлгән булды.
«Когда вручал ключи, видел много радости в глазах новоселов, услышал много благодарности. Люди четыре года ждали, страдали и надеялись. Благодаря правительству республики были аккумулированы финансовые возможности, был принят ряд возможно непопулярных решений, однако все это позволило довести строительство до конца и под историей с обманутыми дольщиками подвести черту. Остаются еще вопросы с внутренними работами, ждут своего жилья покупатели таунхаусов, застройщик пообещал решить вопрос до конца года. В настоящее время документы сданы в Росреестр, собственники получат свидетельства о праве собственности, после чего будет решаться вопрос с газоснабжением. Также требует внимания создание комфортных условий для жизни — строительство дорог, спортивных и детских площадок», — тине ул.
Әле Берҙәм реестрға туғыҙ проблемалы объект ингән. «Стройвертикаль» уларҙы төҙөмәйәсәк, өлөшсөләренә башҡа күп ҡатлы йорттарҙан фатирҙар биреләсәк. 2020 йылда иһә "Яңы Булгаков" торлаҡ комплексының төҙөлөшө өлөшсөләренең проблемаларын тулыһынса хәл итергә планлаштырылған.
Алданған өлөшсөләрҙең вәкиле - БР Башлығы янындағы Кеше хоҡуҡтары советының яуаплы секретары Зөлфиә Ғайсина хөкүмәттең был проблема өҫтөндә эшләүен ыңғай баһаланы.
«Һуңғы ике йылда алданған өлөшсөләргә ҡағылған һорауҙарҙың барыһы ла тиерлек хәл ителде. Ҡалғандары иһә йыл ярым-ике йылда еренә еткереләсәк. Эштәр юл картаһы буйынса алып барыла, уныһына, үҙ сиратта, федераль фонд, өлөшсөләрҙе яҡлаусы төбәк фонды, бюджет ярҙамы алған төҙөүселәр, эре инвесторҙар ҡушылған. Һуңғылары иһә йорттар әҙер булғас торлаҡтың 10 процентын алданған өлөшсөләргә бирә», — тине Ғайсина. Уның һүҙҙәре буйынса, республикалағы проблемалы эре проекттарҙың барыһына ла федераль фондтан ыңғай ҡарар ҡабул ителгән. Киләһе аҙнала Стәрлетамаҡтағы ҡатмарлы төҙөлөш буйынса хәл итәсәктәр.
Зөлфиә Ғайсина әйтеүенсә, эштә ҡатмарлыҡтар ҙа килеп тыуған: төҙөлөш буйынса документтарҙы тышҡы идараға тапшырғанда уларҙы йәшереү осраҡтары теркәлгән. Был иһә һатып алыусыларҙың түләүҙәрен раҫлауҙы ҡатмарлаштыра.
Бынан тыш, "һауанан фатир алыусы" 300 вкладсы иғтибарға алынған. Улар реестрға индерелә һәм проблеманы хәл итеүсе инвесторҙы эҙләйҙәр.