Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2020, 10:58

Башҡортостан спортсылары тәүгә көмөш миҙал яуланы

Ошо көндәрҙә һуҡырҙар араһында өҫтәл теннисы буйынса Рәсәй чемпионаты үтте.

Башҡортостандың йыйылма командаһы тарихта тәүге тапҡыр икенсе урын яуланы.
Еңеүселәр исемлегендә - Күмертауҙан Илвина Насырова, Александр Жучков, Павел Сафонов һәм Өфөнән Илшат Саҡаев. Илвина Насырова өсөнсө тапҡыр Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булһа, Александр Жучков иң яҡшы һигеҙ спортсы иҫәбенә инде. Команда тренеры - Павел Сафонов.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас