Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2020, 14:34

296 кеше пневмония менән сирләй

Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда пневмония диагнозы ҡуйылған кешеләрҙең һаны 296 кешегә артҡан.
Коронавирус менән сирләү осраҡтары ла арта бара. Һуңғы тәүлектә генә сирлеләрҙең һаны 103 кешегә артты. Пандемия башланғандан алып, был диагноз 114446 кешегә ҡуйылған. Уларҙың 259-ҙы стационар шарттарында дауалана. Ун дүрт кеше ауыр хәлдә, биш кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы тәүлектә шулай уҡ тағы бер кешенең коронавирустан донъя ҡуйыуы тураһында билдәле булды. Ул Дүртөйлө районынан 58 йәшлек ир.
Фото: pixabay.com
Читайте нас