Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2020, 19:02

10,5 млрд һумдан ашыу бурыс ҡайтартылған

Йыл башынан алып Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡарамағында 2 млн 270 мең башҡарма документ була.

Улар иҫәбендә – түләнмәгән алименттар, эш хаҡы, һалым һәм йыйым, әхлаҡи компенсация буйынса бурыстар, штрафтар, торлаҡ-коммуналь хужалығына түләүҙәр, кредиттар һ.б. Саралар күреү һөҙөмтәһендә йыл башынан алып ҡайтартылған түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 10,5 млрд һум тәшкил иткән.
Ҡайтартылған бурыстарҙың төп өлөшө кредиттар – 3,7 млрд. һум. Икенсе урында ваҡытында ҡапланмаған түләүҙәр – 2,6 млрд. һум. Шул иҫәптән һалымдар һәм йыйымдар – 1,2 млрд. һум; адмиинистратив тәртип боҙоуҙар өсөн штрафтар – 515 млн. һум, шуның 212,5 млн. һумы ЮХХДИ штрафтары. Торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн түләүҙәрҙән 420 млн һумды республика бюджетына ҡайтартыуға өлгәшелгән. Алимент өсөн бурыстарҙың 234,2 млн. һумы, эш хаҡы буйынса бурыстарҙың — 140,5 млн. һумы түләтелгән.
Республика ҡануниәтен үтәргә теләмәгән өсөн генә бурыслыларҙан дөйөм алғанда 426 млн. һум аҡса түләттерелгән.
Фото:Яндекс.
Читайте нас