Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2020, 10:47

Тағы бер кеше коронавирустан һәләк булды

Уның тураһында тулыраҡ:

Башҡортостанда коронавирустан тағы ла бер кешенең донъя ҡуйыуы билдәле булды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ул Өфө ҡалаһынан 71 йәшлек ир.
Тажзәхмәттән тыш, ҡарт хроник обсруктив бронхиттан, пневмосклероз, хроник ишемик йөрәк сиренән дә яфаланған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы тәүлектә республикала сирлеләр һаны 99 кешегә артты. Пандемия башынан алып Башҡортостанда илле һигеҙ кеше коронавирустан донъя ҡуйған.
Фото: pixabay.com
Читайте нас