Сөнки йыл да уҙған бәйгегә, Рәсәй хоккей етәкселеге Игорь Ларионовтың үҫмерҙәрен һынап ҡарамаҡсы булды. Һәм 20 йәшлек хоккейсылар фин ағаларын пыран-зыран килтереп, уларҙы ҙур иҫәпкә отто. Иҫәпте беренсе булып төп командала дебют яһаған «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Родион Әмиров үҙенең шәхси оҫталығын файҙаланып аса. Аҙаҡтан улар йәнә ике яуапһыҙ шайба индереп, икенсе осорға өс шайба өҫтөнлөгө менән туҡтай. Әлбиттә, икенсе осор башланыуға хужалар иҫәпте ҡыҫҡарта төшә, әммә беҙҙекеләр йәнә ике гол менән яуап бирә. Алтынсы гол индереүгә юлаевсыларҙың тағы бер өмөтлө һаҡсыһы Шакир Мәхәмәҙуллин булышлыҡ итә.
Шулай итеп, Ларионовтың йәштәре турнирҙы уңышлы башлап, киләһе уйында Швеция командаһы менән сәкәләшәсәк.