Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 4 ноябрҙә Мәләүез ҡалаһының Аксаков урамындағы йорттарҙың береһендә янғын сыҡҡан. Күрше йортта йәшәүсе Анастасия Денисова тәүгеләрҙән булып төтөн сығыуын күреп ҡалған һәм балалар тауышын ишеткән.
Өлкән инспектор ут ялмап алған өйҙөң тәҙрәһенә йүгереп килеп еткәс, үҙ аллы сыға алмаған 14 йәшлек ҡыҙ менән 11 малайҙы күргән. Ул асыҡ тәҙрә аша балаларҙы тартып алған да йортона алып ҡайтып тынысландырған һәм таҙа кейемдәр биргән. Был ваҡытта янғын һүндереүселәр утты һүндереп өлгөргән.
“Бындай хәл һәр кем менән булыуы мөмкин. Кешеләр бер-береһенә ярҙам итергә тейеш, тип уйлайым. Мин бер ни ҙә уйлап тормайынса, ярҙамға ташландым. Балаларҙың иҫән ҡалыуы минән тора ине”, - тип билдәләй Анастасия Денисова.
Яҡын көндәрҙә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш министрлығы балаларҙы ҡотҡарған ҡатынды бүләкләйәсәк.