Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2020, 18:31

Франциянан күркә йомортҡалары килтерелде

Башҡортостанға Франциянан 112 мең 800 күркә йомортҡаһы алып килделәр.

Уларҙы республикаға индергәндә дезинфекция үткәреп, электрон ветеринар сертификаттары тапшырғандар.
Бөтә йомортҡалар Мәләүез районындағы “Урал” ҡошсолоҡ комплексына оҙатыла. Улар артабан себештәр сығарып, күркәләр үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән.
Йыл башынан алып был предприятиеға 13 партия сит ил продукцияһы алынды. Бөтәһе себештәр үрсетеү өсөн Франциянан 1 миллиондан ашыу йомортҡа килтерелгән.
Фото:Яндекс.
Читайте нас