38 йәшлек һөжүмсенең һуңғы клубы булып «Локомотив» һыналды. Уҙған миҙгел ул, улар составында сығыш яһап, килешеүен оҙайтманы. Үҙе әйтмешләй, тағы берәй миҙгел икенсе бер командала уйнармын тип уйлағайным, әммә ошо ҡәһәрле пандемия, кәртә булып торҙо… Свитов әлегә официаль рәүештә китәсәген белдермәгән.
Ул шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя чемпионы исемен дә яулай. Ә инде Гагарин кубогына «Салауат Юлаев» һәм «Аҡ барс» клубтары составында эйә була. Свитов КХЛ-да ҡайһы саҡ «тафгай» (һуғыш суҡмары) ролен дә үтәй. Тик үҙе әйтмешләй, һуғышырға яратмай…