Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноябрь 2020, 16:14

Юлдағы фажиғәләр кәмемәй

Бөгөн теркәлгән аварияларҙа 2 кешенең ғүмере өҙөлдө.

Бөгөн теркәлгән аварияла 2 кешенең ғүмере өҙөлдө. Туймазы районында "Лада Калина" ҡаршы һыҙаттан килгән бензовозға бәрелгән. Һөҙөмтәлә 56 йәшлек автоһәүәҫкәр һәләк булды.
Ауырғазы районында "Хьюндай Солярис", "Ицудзу" йөк автомобиленең ҡаршыһына сыҡҡан. Бәрелешкәндән һуң фургон 14-се модель ВАЗ автомобиленә төкөгән. "Хьюндай" менән идара иткән 31 йәшлек ханымға табиптар ярҙам күрһәтеп өлгөрмәгән. Аварияла шулай уҡ ике кеше йәрәхәтләнгән. Юл фажиғәләренең сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында тикшереү үткәрелә.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас