Путин иң тәүҙә Рәсәйҙә ошо ҡатмарлы шарттарҙа иң мөһиме кеше ғүмере икәнен тағы ла бер тапҡыр әйтеп үтте.
- Кеше ғүмеренең ҡиммәте - Рәсәйҙең традицион диндәренең нигеҙендә. Был православие (башҡа христиан конфессиялары), ислам, буддизм, иудаизм. Минең өҫтәлемдә юҡҡа ғына дүрт изге китап ятмай: Библия, Ҡөрьән, Тора, Ганчжур. Уларҙың һәр береһендә кешегә, яҡыныңа һөйөү тулы, - тип һөйләне ил башлығы.
Һәм изге китаптарҙан өҙөктәр ҙә килтерҙе. Президент Ҡөрьән-Кәримдән бына ниндәй өҙөктәр алған:
«Скажи, Мухаммад: «Не прошу я награды у вас за то, что возвещаю вам веру истинную, а зову лишь любить ближнего». «Тому, кто добро творит, воздадим мы добром вдвойне». «Воистину Аллах с теми, кто богобоязнен и кто творит добро».
Иҫ киткес матур һүҙҙәр. Әйткәнебеҙ бар инде: беҙҙең Президент үҙе лә диндар, һәр байрамы һайын ҡорамға бара.
Иманға килеү бер ҡасан да һуң түгел, йәмәғәт.