Уның әйтеүенсә, бөтә төҙөлөш эштәре лә раҫланған графикка ярашлы алып барыла. Тәүге пациенттарын үҙәк 1 декабргә ҡабул итәсәк. Унда 74 бокс-палата, 14 реанимация бүлмәһе урынлашасаҡ. Киҫкен хәл килеп тыуһа, дауахана бер юлы 382 пациентты ҡабул итергә әҙер.
Алда хәбәр итеүебеҙсә, проектҡа балалар һәм бала табыу бүлеге лә индерелгән. Ҡабул итеү блогында иһә медицина тикшереүе үтергә, диагнозды раҫлатырға, кәрәк икән, дауаханаға урынлашырға мөмкин. Шулай уҡ госпиталдәге хирургия бүлеге коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы пациенттарға кәрәкле операцияларҙы урында ғына эшләргә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ бында медиктарға 40 урынлыҡ дөйөм ятаҡ ҡаралған.
«Беҙ тормошҡа ашырған проект Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаила Мурашко тарафынан да яҡлау тапты. Ул илдең башҡа төбәктәренә беҙҙең проектты нигеҙ итеп алырға тәҡдим итте. Шуға күрә әлеге ваҡытта Рәсәйҙең ете төбәгендә ошо проект буйынса госпиталдәр төҙөлә. Уларға беҙҙең Башҡортостан төҙөүселәре лә (мәҫәлән, Силәбелә) ярҙам итә”, – тине Андрей Назаров.
Фото:БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.