Полиция хеҙмәткәрҙәре ул ирҙе эҙләп тапҡан.
Элек хөкөм ителгән 37 йәшлек ир урланған гаджетты осраҡлы кешегә һатып ебәргән, аҡсаны тотоноп та өлгөргән.
Изге күңелле ҡатын хәлендә ҡалмаҫ өсөн:
- яттарға, яңы таныштарға телефонығыҙҙы бирмәгеҙ;
- сумкағыҙ һәр саҡ күҙ алдында булһын, гаджетты теләһә кемдәр алдында күрһәтмәүең хәйерле;
- кафе, магазиндарҙа смартфонды ҡарауһыҙ өҫтәлдә ҡалдырмағыҙ, өҫкө кейем кеҫәһендә тотмағыҙ.
Һеҙгә ҡарата енәйәт ҡылһалар, тиҙ генә яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ йәки 02 (102) телефоны буйынса шылтыратығыҙ. Енәйәтселәрҙе эҫе мәлендә тотоуы еңелерәк!
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.