Билдәле булыуынса, был ҡала “Рәсәй муниципалитеттарында энергоменеджмент” халыҡ-ара пилот проектында ҡатнаша.Энергоменеджмент системаһын ҡулланыу муниципалитетҡа йыл һайын уртаса 20 миллион һум аҡсаны экономиялау мөмкинлеге бирә.
Бөтә ил буйынса инновацион технологиялар үҫешкәндә, экологик электр транспорты ла ситтә ҡалмаясаҡ. Улар атмосфераға зарарлы газ сығармай, шулай уҡ тауышһыҙ хәрәкәт итә, тағы бер уңайлылығы — арзан заправка. Электромобилде өс-дүрт көнгә “ашатыу” уртаса 35 һум тора.
Заправка ҡаланың үҙәк майҙанында урынлашҡан һәм көн торошо ниндәй булыуға ҡарамай эшләй. Өҫтәүенә, вандалдарҙан һаҡланған, шулай уҡ балалар өсөн дә хәүефһеҙ.