Быйыл республикала Эстетика йылы иғлан ителгәндән һуң, бындай тауарҙарға ихтыяж бермә-бер артты. 2019 йылда старт бирелгән “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса ла төҙөлөш деталдәре күпләп талап ителә. Был йәһәттән Благовещенда булдырылған “Проспект” предприятиеһы бик уңышлы эшләй, ул 5 ай эсендә 52 миллион һумлыҡ килем алған. Уңышлы тигәндә, уның проекты 27 февралдә Хөкүмәт йортонда үткән инвестиция сәғәтендә ҡарала, ә май айында предприятие эшләй ҙә башлай. Бөгөн ағас, тимер эшкәртеү, уларҙы буя цехтары асылған. Благовещендар өсөн 187 эш урыны булдырылған, уртаса эш хаҡы – 35 мең һум.
“Иң төп клиенттарыбыҙ – төбәк муниципалитеттары, шулай уҡ Рәсәй ойошмалары. Иҡтисади биләмә резиденты булараҡ, һалым түләүгә льгота алабыҙ. Был беҙгә хаҡтарҙы түбәнерәк ҡуйырға һәм конкуреттарҙы еңергә ярҙам итә”, - ти ағас эшкәртеү цехы етәксеһе Александра Ладельщикова.
Әлеге ваҡытта ойошмала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар етештереү яйға һалына. “Яңы төр тауарҙы етештереү өсөн, 6,5 мең метр квадрат ҙурлыҡтағы помещениены ремонтлайбыҙ. Инвесторҙарҙан 300 миллион һум аҡса йәлеп итергә кәрәк, үҙ сиратында 50 кешегә эш урыны буласаҡ”, - тип һөйләне компанияның директоры Мария Новосёлова.