Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ноябрь 2020, 03:49

“Юлдаш” тәҡдим итә: Шиғыр яҙам тип, хис-тойғолар донъяһына…

Рәйес Түләктең һуңғы интервью­һында шундай юлдар бар: “Шиғыр яҙам тип, хис-тойғолар донъяһына инеп кит­һәң, ҡабаттан “сығыу” бик еңел түгел”. Ә шиғыр уҡығанда йә тыңлағанда ябай әҙәбиәт һөйөүсе башына ундай “еңел түгел”лек тураһында уй инеп сығамы икән? Күңел даръяларың – сикһеҙ, хис-тойғо йәйғорҙарың ни ғәләмәт сағыу, уйҙарың ни саҡлы бөйөк булһа ла, шул донъяңды бүтәндәрҙең дә күңелендә ауаздашлыҡ тапҡан шиғри юлдарҙа балҡыта алыу – юғары талант та, бөйөк хеҙ­­мәт тә. Башҡорт шиғриәтенең шундай иң матур өлгөләре “Юлдаш” радио­һының “алтын фонды”нда ҙур урын алып тора. Һәм, Хоҙайға шөкөр, тулылана ғына бара. Тимәк, милли шиғриәттә яңы исем­дәр асыла, күңел аһәңен, ил заңын тос фекергә уҡмаштырған нәфис һүҙ оҫталарының быуындар сылбыры өҙөлмәй тигән һүҙ. Был – һис шикһеҙ, һөйөнөслө күренеш.

Ял көндәре эфиры донъя мәшәҡәт­тәренән арындырып, күңелде сафландырыр, рухты күтәрер, зауыҡты байытыр тапшырыуҙарҙан төҙөлә. Һәр йәк­шәмбе иртәһендә “юлдаш”тарыбыҙ шиғриәт хозурына эләгеп, көндәрен шул тулҡынға көйләй. “Шиғриәт минуттары” – радионың нигеҙ ташына ятҡан, үҙ урынын һәм тоғро тыңлаусыһын тапҡан, йылдан-йыл дауам иткән уңышлы рубрикаларҙың береһе. Уның хазина­һында – уҙған быуаттың 50-се йылдарында радио фондын етди туплау юлға һалынған осорҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең тауышын һаҡлаған таҫманан башлап, шиғриәтте бөгөнгө көн рухына һуғарған йәш әҙиптәрҙең йөрәк һүҙен теркәгән яҙмалар. Ҡырпағайҙа ла башҡорт шиғриәтенең йөҙөн билдәләгән гүзәл өлгөләр эфирҙы биҙәйәсәк. Бер тиҫтә йылға ла тулмаған ижади ғүмерендә әҙәбиәтте йондоҙҙай балҡытҡан Рәшит Назаровтың, 90 йәшен билдәләгән олуғ әҙип Рауил Шаммастың, ил ғәмен дә иңдәренә һала белгән, донъя йөгөн дә тартҡан, шиғриәт баҫыуында ла һынатмай, һүҙ ҡеүәһен юғары тотҡан уңған, ҡыйыу әҙибәләр Йомабикә Ильясова, Миңзәлә Шөғәйепова, Айһылыу Ғарифуллиналарҙың шәлкемдәре яң­ғыраясаҡ. Эфир һәр саҡтағыса – йәкшәмбелә 8 сәғәт 35 минутта.
Фото: Фәймә МӘЖИТОВА.
Читайте нас