Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ноября 2020, 18:15

Тиҙҙән Башҡортостан юлдарындағы заправкаларҙа намаҙ уҡыу урындары буласаҡ?!

Бындай ниәт менән БР Диниә Назаратының баш мөфтөйө Айнур хәҙрәт уртаҡлаша.

Айнур Бирғәлин социаль селтәрҙә яҙыуынса, юлда күп йөрөй. Республиканан ситкә лә йыш сыға. Мәҫәлән, Дағстанға барғанда автозаправкаларҙа намаҙ уҡыу урындары ла булыуын күрә. Ниңә ошондай беҙҙә юҡ икән, тип борсола.
Беҙҙә иһә мосафир булһаң, мәсеткә инеү өсөн мотлаҡ район үҙәгенә йә ауылға барырға тура килә. Юлдарҙа ғибәҙәтханалар булмауы уңайһыҙ. Беҙҙең республика өсөн был етешһеҙлек кеүек. Шуға ла яңы проектты ғәмәлгә ашырырға ниәтләйбеҙ. Уның маҡсаты – трассаларҙы етерлек кимәлдә мәсет (йә ғибәҙәт бүлмәләре) менән тәьмин итеү”, - тип яҙған хәҙрәт.
Һәм заправкаларҙа булдырыласаҡ намаҙ уҡыу урындарының проекттарын тәҡдим итә. Уның атамаһы - “Минең хыялымдағы Башнефть һәм Лукойл”.
Машинаңа бензин ҡояһың, ашап та алаһың һәм намаҙ ҙа уҡыйһың. Ошо хыял түгелме ни?!
Йә, Аллаһ, яҡын арала ошо ниәтте ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бир”, - тигән Айнур Бирғәлин. Амин, шулай булһын!
Фото: vk.com
Читайте нас