Йәниҫәп һөҙөмтәләре буйынса беҙ милләт-ара ғаиләләр тураһында мәғлүмәт алабыҙ. Йәғни, уларҙың һанын беләбеҙ. Бөгөн дә, элекке кеүек үк, төрлө милләттән торған ғаиләләр күп.
2010 йылғы перепись күрһәтеүенсә, Рәсәйҙәге бөтә йорт хужалығының (домохозяйство) 11 проценты төрлө милләтле булған. Өҫтәүенә, полиэтник ғаиләләрҙә 3 - 6 кеше йәшәгән. Бындай ғаилә ишле була, тимәкселәрме икән?
Онотмағыҙ: 2021 йылдың апрелендә беҙҙе һанаясаҡтар. Ул бөтөнләй башҡасараҡ һөҙөмтәләр биреүе лә ихтимал.