Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ноябрь 2020, 08:25

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, Яңы йыл буласаҡ

Баш ҡалала шыршы ҡуйыу эше башланды. Вирус вирус менән, ә байрам кәрәк.

Баш ҡаланың Салауат Юлаев һәйкәле янында яһалма пиксель шыршыһын ҡуйыу башланды. Бында әле "Горзеленхоз" хеҙмәткәрҙәре эшләй. Дүрт берәмек техника йәлеп ителгән.
Шыршының оҙонлоғо (былтыр иҫләйһегеҙҙер әле) - 32 метр. Ул 8 370 пикселдән тора.
Матур заманса "ағас"ҡа теләгән нәмәне яҙырға, теләгән фотоны ҡуйырға мөмкин. Йырлатырға, көлдөрөргә лә була.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас