Конкурс барышында һеҙ үҙ һөнәрегеҙгә тоғро булыуығыҙҙы, үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы икәнегеҙҙе тағы ла бер тапҡыр иҫбатланығыҙ. Һеҙ еңеүсе хоҡуғына тулыһынса эйә, йәштәргә лә өлгө, – тине Андрей Назаров.
Быйыл 17 районда ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, иген йыйыу буйынса һуңғы ун йылда рекорд ҡуйылыуын да билдәләне Премьер-министр.