Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2020, 06:10

Владимир Путин: Беҙ был мәсьәләлә артта ҡалырға тейеш түгелбеҙ

Рәсәй Президенты видеобәйләнеш аша йәнә бер мөһим тармаҡты финанслау мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.

Ракета-йыһан сәнәғәтен үҫтереүгә аҡса бүлеү тураһында һүҙ бара. Әгәр заман менән бергә атлайбыҙ, хатта унан алдараҡ барабыҙ, тиһәк, беҙгә был тармаҡта ла тырышып эшләргә тура килә.

Иң беренсе, әлбиттә, иҡтисадтың тотороҡло үҫеүен тәьмин итеү мөһим. Шулай ҙа Рәсәй йыһанды өйрәнеүҙә лә артта ҡалмаҫҡа бурыслы. Тәүгеләрҙән булып космосҡа кеше осорған ил дә инде беҙ.

Путин белдереүенсә, “Роскосмос”ҡа яңы программалар әҙерләргә ҡушылғайны. Шул иҫәптә – үтә ауыр класлы ракета комплексы төҙөүгә әҙерлек, ГЛОНАСС системаһын үҫтереү, “Сфера” проекты буйынса эшләү...

Әммә был программалар әлегә тиклем раҫланмаған. Ил башлығы бының сәбәбен талап итте һәм башҡарыу ваҡытырға атарға ҡушты.

2016 – 2025 йылдарға Федераль йыһан программаһын финанслау мәсьәләһе буйынса ла аныҡ ҡарарҙар кәрәк.

- Космос-ракета темаһына килгәндә, беҙгә дәүләт-шәхси партнерлығы хаҡында ла онотмаҫҡа ине. Аҡсаны ил ҡаҙнаһынан ғына түгел, башҡа сығанаҡтан да табыу мөмкинлеген ҡарарға кәрәк, - тине Владимир Путин.

Фото: Кремлин.ру

Читайте нас