Улар араһында яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар сағыштырмаса күп түгел. Ҡаланың физик культура һәм спорт буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Егор Сорокин әйтеүенсә, бөгөнгө көндә ете тренерҙа һәм ете тәрбиәләнеүселә COVID-19 диагнозы раҫланған. Дәрестәр, күнекмәләр расписание буйынса үткәрелә.
Егора Сорокин әйтеүенсә, баш ҡаланың спорт мәктәптәрендә даими рәүештә дезинфекция, термометрия үткәрелә, битлек режимы тотола, санитайзерҙар урынлаштырылған.