Өфө урамдарының байтағында юл эштәре барғанын күреп йөрөйһөгөҙҙөр. Мәҫәлән, Комсомол урамын реконструкциялау былтыр башланғайны. Ул "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы алып барыла. 3,84 км юлды төҙөкләндерергә кәрәк. Эш 2021 йылдың аҙағына тамамланырға тейеш.
Башҡа юлдарҙы ла төҙөгән ваҡытта участкалар кварталлап ябылып тора. Шунһыҙ мөмкин түгел.
Әле Комсомол урамының Шәфиев һәм Рязань урамдары менән киҫешкән арауығы ябыласаҡ. Йәғни 3 - 6 ноябргәсә урамда хәрәкәт тыйыла. Маршрутығыҙҙы алдан билдәләгеҙ, ти юл хужалығы хеҙмәттәре.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.