Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2020, 11:10

"Һеңлекәш" фильмын күргән немецтар нимә уйланы икән?

Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәре буйынса төшөрөлгән фильм Германияла күрһәтелгән.

Уны немец теленә яҡташыбыҙ, Bashkirglobe берләшмәһе активисы Гөлназ Циммерманн тәржемә иткән. Ул Германияла йәшәй. Фильмды MDR каналы күрһәткән.
Александр Галибин режиссерлығындағы был киноны тыныс ҡына ҡарап булмай. Ә элекке фашист һалдаттарының вариҫтары ҡараған булһа, нимә уйлайҙар икән? Бәлки, был әллә ҡасан булған һуғыш, беҙ нишләй алабыҙ, тип битараф ҡалдылармы икән?
Фото: vk.com
Читайте нас