Башҡортостанда тәфтишселәр 71 йәшлек ҡарттың үлеменә сәбәпсе кешенең исемен асыҡланы. Тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, ҡулға алынған 38 йәшлек берәҙәк иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уны һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләйҙәр.
Идаралыҡта хәбәр итеүҙәренсә, ҡарт 25 октябрҙә Өфөнөң ун өсөнсө ҡала дауаханаһында донъя ҡуйған.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, ирҙәр араһында ыҙғыш 17 октябрҙә уртаҡ таныштарының йортонда ҡупҡан. Шул көндө үк берәҙәк ҡартты ныҡ итеп туҡмаған һәм ул дүрт көндән дауаханаға барып эләккән.