Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2020, 19:20

Айнур Фәтиховтың әсәһе: “Улыбыҙҙы һаман гастролдән ҡайтмаған, тип кенә уйлайбыҙ”

Башҡортостандың халыҡ артистары Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, коронавирус арҡаһында, улдарын ерләүҙә ҡатнаша ла алманы.

Мультинструменталист Айнур Фәтиховтың йәшләй генә арабыҙҙан китеүе аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек булды. Егетте тамашасылар башҡорт көйҙәрен үтә моңло һәм аһәңле итеп башҡарыусы, башҡортса йырҙар йырлап, матур клиптар төшөрөүсе булараҡ та яратып өлгөргән ине. Музыканттар уны ололап маэстро, тип йөрөттө.
Лилиә ханым әйтеүенсә, тәүҙә ғаилә башлығы, ике көндән үҙе ауырып киткән. Хәлит ағайҙың үпкәһе - 50, ә ҡатындың 60 процентҡа зарарланған булған. Ә Айнурҙың үпкәһе, һуңынан билдәле булыуынса, тетелеп бөткән. Табиптар әйтеүенсә, уға тын алыуы ныҡ ауыр булған - вирус үпкәне 90 процентҡа “ашаған”. Лилиә Ғәрифулла ҡыҙы барыһын да һаҡланырға саҡыра, был сир – ҡоралһыҙ һуғыш менән бер, ти ул.
Талантлы ғаилә оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһының артистары, кесе улдары 4 йәшенән үк сәхнә биҙәге булды. Айнур 14 йәшендә Швейцарияла уҙған “Донъяның ете музыканты” исемен яулай хатта!
— Айнурҙы һаман да гастролдә тип уйлайбыҙ. Уның үлеменә һис тә ышанырлыҡ түгел, дауаханалағы карантин арҡаһында, ерләүҙә ҡатнаша алманыҡ. Улыбыҙ бәләкәйҙән тиктормаҫ, шуҡ булыуы менән башҡаларҙын айырылып торҙо, ниндәй эшкә тотонһа ла ҡулынан килде, - ти ҡайғылы әсә.
Айнур Фәтиховтың исеме Башҡортостандың йәш таланттарға арналған Алтын китабына индерелгән. Йәнең йәннәттә булһын, маэстро...
Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас