Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2020, 08:20

Ғафури районында оҫта ир вертолет яһап оса алған

Ғәҙәттә оҫта ҡуллы кешеләр иҫке машина-мотоцикл өлөштәренән үҙ ҡулдары менән трактор эшләй. Чертеждар белгәне, станоктары булыусылар "самоделка" автомобилдәргә ынтыла. Ә бына осоусы аппараттар яһаусылар бик һирәк. Ярай самолет ти - мотор, винт һәм ҡанаттар. Ә бына идара итеүҙә һәм төҙөүҙә иң ҡатмарлыһы ул - вертолет. Перекос автоматы, идара итеү каналдары, ҡеүәтле һәм еңел мотор, редуктор табыу-ҡороу күп көс талап итә. Әҙер вертолетҡа идара итеүе лә ныҡ ауыр. Ә бына Ғафури районының Сәйетбаба ауылы оҫтаһы Марсель Ҡотлобаев үҙ хыялын тормошҡа ашырҙы! Уның үҙе яһаған вертолетында осоуын ҡарағыҙ.

Марсель Миҙхәт улы бәләкәйҙән тимер-томорға иҫе китеп үҫкән егет. Башта телевизор, магнитофон, радиоалғыстар ремонтлаған. Тора - бара бала-сағаларҙы һөйөндөрөп, квадроциклдар эшләй. Ҡул көсөнөң, уйҙарының тормошҡа ашыуына ҡыуанған ир уҙаманы тағы ла ҡатмарлыраҡ техникаға, вертолет эшләүгә тотона. Винт ҡанатлы машиналар теорияһы, аэродинамика тураһында бик күп китаптар уҡый, видеояҙмалар ҡарай һәм ул теләгенә ирешә!
Фото: Т.Аманов
Читайте нас