Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2020, 17:38

Йырсы Андрей Губинды юғалтҡандар

Башҡортостанда тыуып-үҫкән йырсы ҡайҙа булған?

“Стархит” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Өфө йырсыһы Андрей Губин һуңғы ваҡытта продюсерының шылтыратыуҙарына яуап бирмәй икән. Тимур Валишиндың һүҙҙәре буйынса, йырсы йыш ҡына шулай юғалып тора икән.
Был юлы йырсыны Египетта тапҡандар. Был хаҡта уның яҡын дуҫы, эшҡыуар Владимир Бурмяков хәбәр иткән. Уның һүҙҙәре буйынса, артист сиктәр асылғас та Египетҡа юл тотҡан һәм яҡын арала әйләнеп ҡайтырға йыйынмай.
Фото: социаль селтәрҙәр
Читайте нас