Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2020, 17:20

Ҡыҙ әсәһен үлтергән һәм быны йәшереп маташҡан

25 йәшлек Бәләбәй районы ҡыҙын ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләйҙәр.

Республиканың Тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәй районында йәшәүсе 25 йәшлек ҡыҙ 52 йәшлек әсәһен үлтергән. Бындай ауыр енәйәт ҡылыуға уны әлеге лә баяғы “йәшел йылан” менән дуҫлыҡ этәргән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре версияһы буйынса, 30 откябрҙә ул әсәһе менән Приютово ҡасабаһындағы квартираларында хәмер эсеп ултырғандар. Мәжлес барышында улар араһында янъял ҡуба: әсә ҡыҙының эшләмәүе тураһында хәтеренә төшөрә. Талаш ваҡытында ҡыҙ әсәһен бысаҡ менән күкрәгенә сәнсә. Алынған яранан ҡатын ваҡиға урынында йән биргән.
Быны күреп, ҡыҙ әсәһенең кейемен алыштырған һәм ҡан эҙҙәрен йыуған. Башҡаларға ул ҡатын үҙ ҡапыл вафат булды тип күрһәтергә маташҡан. Әммә уның енәйәте тиҙ асыҡланған. Ҡыҙға барыһын да һөйләп бирергә тура килгән.
Фото: социаль селтәрҙәр
Читайте нас