Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2020, 14:22

Һөйөнөслө яңылыҡ: дарыуҙар бушлай таратыла башланы!

Башҡортостанда ковидтан өйҙә дауаланыусы граждандарға дарыуҙар бушлай бирелә башланы. Тик әлегә бөтәһенә лә түгел, тик льготалы категорияларға ғына.


БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре, концлагерь тотҡондары, Ленинградта блокаданы кисереүселәр, хәрби бәрелеш ветерандары, шулай уҡ Чернобыль катастрофаһын бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар бушлай дарыу алыу хоҡуғына эйә.
Уҙған аҙнала ошо категорияға ингән граждандарға 700 рецепт яҙып бирелгән. Бынан тыш, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус менән сирләп, амбулатор дауаланыу курсы үтеүсе йәки өйҙә дауаланыусы пациенттар өсөн дарыуҙар алырға федераль бюджеттан аҡса килеүен көтә. Билдәле булыуынса, төбәктәргә бының өсөн 5 млрд һум аҡса бүленә.

Фото:Т.Аманов.
Читайте нас