Һуңғы тәүлек эсендә, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми статистикаһына яраҡлы, тағы ла 256 кешенең пневмония менән сирләүе асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта тағы 238 кешенең сирҙе уңышлы еңеп сығыуы хаҡында ла хәбәр ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, министрлыҡ яңыраҡ республиканың тәүге туғыҙ айы эсендә был сир менән ауырыусы 23 мең кеше асыҡланыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Сағыштырыу өсөн, былтырғы йылдың туғыҙ айында 17 мең самаһы кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған булған.
Бынан тыш, ғинуарҙан сентәбргә тиклем мең ярым кешенең пневмониянан донъя ҡуйыуы билдәле булды. Былтырғы йылдың ошо уҡ осоронда 860 кеше сирҙән һәләк булған.